Былар ҡыҙыҡлы07.07.2012
Әмәлен тапҡандар

Ҡытай үҫмерҙәре компьютер уйындарын көнөнә өс сәғәттән дә артыҡ уйнай алмай. Компьютерға бәйлелекте сикләү әмәле бик ябай. Әгәр ҙә уйынсылар билдәләнгән ваҡытты уҙһа, уларҙың йыйған мәрәйҙәре юҡҡа сығарыла, тимәк, уйнағанда ла сама кәрәк.

Нимә файҙалыраҡ?

Күнекмәләрҙән һуң ике стакан һөт эсеү мускулдарҙы үҫтерергә ярҙам итә, тип иҫәпләй белгестәр. Атлеттарҙың менюһында урын алған соя эсемлектәренә ҡарағанда һөттөң файҙалыраҡ икәнлеген раҫламаҡсы улар.

Йөрәгеңде һаҡла

Үҙеңдең хис-тойғоларыңды “йүгәнләй” белеүҙең һаулыҡ, кәйеф өсөн ни тиклем мөһим булыуын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Тотанаҡлы, тыныс кеше стенокардия һәм миокард инфаркты хәүефен 60 процентҡа кәметә, тип иҫәпләй табиптар.

Бойоғоп ултырма

20 минут самаһы физик эш менән шөғөлләнһәгеҙ, төшөнкө кәйефегеҙ яҡшырыр, күңелегеҙ күтәрелер. Эшләгегеҙ килмәһә — йүгерегеҙ, бейегеҙ, хәрәкәтләнегеҙ, бары бойоғоп бер урында ултырмағыҙ.


Вернуться назад