Владимир Путин яҡташтарыбыҙға юғары наградалар тапшырҙы13.07.2026

Рәсәй Президенты бер нисә яҡташыбыҙҙы орден-миҙалдар менән бүләкләү, шулай уҡ маҡтаулы исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Рәсми документ «Башинформ» ҡарамағында бар.

Фото: Башинформ | архив

Ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙә ҙур ҡаҙаныштары өсөн Елена һәм Николай Матвеевтар «Ата-әсәлек даны» орденына лайыҡ булды.

Өфө фән һәм технологиялар университетының факультет деканы Гөлфирә Абдуллина һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының физика-техника институты кафедраһы мөдире Рим Вәлиуллин юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙәге, ғилми-педагогик эшмәкәрлектәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы эше өсөн II «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалын алды.

Республиканың Рус драма театры артисы Ирина Агашкова-Кореневаға – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы Нәйлә Йосопова һәм Рус драма театрының художество етәксеһе Елена Кондоянидиға Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем бирелде.

 



Вернуться назад