Мирабель һәм Игит: республикала сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды13.07.2026

Мәғлүмәттәр ЗАГС реестрында баҫылған.

Фото: Анастасия Другова | Башинформ

2026 йылдың 11 июленә ҡарата үҙенсәлекле ҡатын-ҡыҙ исемдәре исемлегендә Авелина, Дэниза, Мирабель, Наирә, Мириам осрай. Малайҙар араһында – Климентий, Игит, Реваль, Усмонжон, Мөхәммәт.

Башҡортостанда ҡыҙҙарға йышыраҡ Амелия (210), Йәсминә (185), Әминә (181), София (180), Эмилия (166) тип ҡушалар. Малайҙарға Әмир (274), Эмир (195), Тимур (187), Михаил (179) һәм Марк (156) кеүек популяр исемдәрҙе һайлайҙар.





Вернуться назад