Башҡортостанда «Башинформ»дың директорҙар советы рәйесенең эше билдәләнде
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе эшмәкәрлеге республика кимәлендә юғары баһа алды. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Фәнүр Йәғәфәровты тыуған көнө менән ҡотланы һәм һөҙөмтәле эше өсөн рәхмәт белдерҙе.
«Ҙур рәхмәт, Фәнүр Мөхәррәм улы. Тағы ла бер тапҡыр барыһының алдында әйткем килә: һеҙ республика киң мәғлүмәт сараларын (дәүләт ҡарамағындағылары, дәүләткә ҡарамағандары) координациялау өсөн яуаплы. Һөҙөмтәле эш өсөн ҙур рәхмәт. Тыуған көнөгөҙ менән», — тине Радий Хәбиров.
Бынан алдараҡ агентлыҡ Фәнүр Йәғәфәровҡа хеҙмәттәрен таныу билдәһе итеп «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем тапшырылыуы тураһында хәбәр иткәйне.