70-тән ашыу балаға ярҙам кәрәк.

Өфөлә ун йылдан ашыу «Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа» тигән хәйриә акцияһы үткәрелеп килә. Уның маҡсаты – быйыл беренсе класҡа барырға тейешле етем балаларҙы мәктәпкә әҙерләргә ярҙам итеү. Мэриянан хәбәр итеүҙәренсә, әле ошондай 70-тән ашыу бала бар.
Ирекмәндәр һәм теләгән һәр кем яңы рюкзактар, канцелярия кәрәк-яраҡтары, китаптар, үҫтереүсе уйындар һәм уйынсыҡтар килтерә ала. Шулай уҡ 1 сентябрҙә балалар өсөн байрам ойоштороуҙа ярҙам итергә мөмкин. Мәҫәлән, аниматорҙар, һый-ниғмәттәр йәки биҙәүестәр менән.
Тулыраҡ мәғлүмәтте һәм һорауҙарға яуапты хаттың темаһына «1 сентябрь» тигән билдә менән ufajurav@mail.ru электрон почтаһы аша алырға мөмкин.