“Яратҡан йырсым Фәдис Ғәниев йәйҙе ҡайҙа үткәрә икән?” — тип ҡыҙыҡһынған Шишмә районынан Гүзәл исемле гәзит уҡыусыбыҙ. Ошо һорауға яуап эҙләп, йырсының тыуған ауылы Муллаға (Борай районы) барып сыҡтыҡ.
— Картуф күмеп йөрөйөм, — тип ҡаршыланы беҙҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Фәдис Ғәниев. — Бала саҡта ошондай эштән ҡаса торғайным, хәҙер эшләгән һайын эшләге генә килеп тора. Бында бер ҡустым мунса һалып йөрөй, уға ла ярҙамлашам — эргәһендә йырлап, дәртләндереп торам.
— Кәйефегеҙ бик күтәренке. Һеҙгә ауыл килешкән...
— Сит илдәрҙә, диңгеҙ буйҙарында күп булдым, әммә тыуған яғымда ғына рәхәтләнеп ял итә алам. Ауылым миңә көс-дәрт бирә. Мәҫәлән, әсәйҙең күпереп бешкән икмәгенә ҡаймаҡ һылап тороп һөтлө сәй эсеп ебәрһәң, зиннәтле ресторандарҙың бисмиллаһыҙ аштары ары торһон! Күңел болоҡһоу саҡтарҙа ла Муллама тыныслыҡ эҙләп ҡайтам. Ауыл халҡының барына шөкөр итеп, сәбәләнмәй йәшәүенә ҡарайым да рухи кинәнес табам. Шуға ла тамашасыларыма: “Тыуған ауыл нигеҙен һаҡлағыҙ!” — тип гел әйтәм.
— Хәләл ефетегеҙ, шулай уҡ күптәрҙең яратҡан йырсыһы Лилиә Биктимероваға ауылда ял итеү оҡшаймы?
— Ул эшкә әрһеҙ, көн-төн орсоҡ кеүек әйләнә, юҡ ерҙән дә әллә ниндәй эш табып хәлде генә бөтөрә. Һәр кис арып-талып серем итергә йыйынһам, йондоҙло күк йөҙө, ауылдың сихри тынлығы, саф һауаһы йоҡлатмай бит, малай!