Салауат ҡалаһында Ағиҙел буйындағы пляж ябылды

Салауатта Ағиҙелдең һул ярында рәсми пляж ябылды. Баш ҡала хакимиәтендә белдереүҙәренсә, был ваҡытлыса ғына. Йыш яуған ямғырҙар арҡаһында йылға ташҡан, ағым көслө.
«Һыу аҫтында хәүефле предметтар һәм сүп-сар булыуы мөмкин, һыуы таҙа түгел. Пляж асылғас та хәбәр итербеҙ. Ваҡытлыса сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүегеҙҙе һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар итмәүегеҙҙе һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр ҡала халҡына.