Йылайыр районында Юлдыбай – Һары юлы төҙөкләндерелә

Йылайыр һәм Хәйбулла райондарын, шулай уҡ республиканы Ырымбур өлкәһе менән тоташтырған юлда ремонт эштәре башланды. Юл эшселәре Яманһаҙ ауылы эргәһендәге 3 километр оҙонлоҡтағы участкала яңы асфальт түшәүгә тотондо, тип хәбәр иттеләр республиканың Транспорт министрлығынан.
Эштәр «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә алып барыла. Бынан алдараҡ төҙөүселәр япманың иҫке ҡатламын алып, нигеҙен әҙерләгән. Хәҙер яңы асфальт һалына, шунан һуң эшселәр юл ситтәрен нығыта һәм юл тамғаларын һыҙа.
Башҡортостандың транспорт министры Любовь Минакова һүҙҙәренсә, бында хәрәкәт көслө – тәүлегенә 2,5 меңгә яҡын машина.
Ремонт эштәрен 2026 йылдың аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.