Республикала производствола зыян күргәндәр яңы автомобилдәр алды10.07.2026

Республикала производствола зыян күргәндәр яңы автомобилдәр алды

Фото: Раушания Кәбирова | Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте

Республикала эш урынныда имгәнгән хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү программаһы дауам итә. Рәсәй Социаль фондының республика буйынса бүлексәһе ун яҡташыбыҙға махсус йыһазландырылға Lada Granta машиналарын тапшырҙы.

Уларҙың күбеһе программала тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмай һәм дәүләт ярҙамын юғары баһалай.

Автомобиль 7 йылға бирелә. Ошо ваҡыт үткәндән һуң медицина күрһәтмәләре һаҡланған осраҡта машинаны яңыһына алмаштыралар.

Транспортты алыу өсөн ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша йәки Рәсәй Социаль фондының республика буйынса бүлексәһенең клиенттар хеҙмәтенә бирергә мөмкин. Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 8-800-100-00-01.



Вернуться назад