Башҡортостанда оло йәштәгеләргә 3200 һумлыҡ социаль сертификаттар тапшырыу башлана09.07.2026

Башҡортостанда оло йәштәгеләргә 3200 һумлыҡ социаль сертификаттар тапшырыу башлана

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

10 июлдә республикала ололар өсөн 3200 һумлыҡ социаль сертификаттар тапшырыу башлана, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Сара «Ғаилә» милли проектының «Өлкән быуын» төбәк проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Төп маҡсат – оҙон ғүмерлеләрҙең әүҙемлеген һәм һаулығын һаҡлау.

Сертификаттарҙы белем биреү, физкультура-һауыҡтырыу һәм ял итеү программаларында ҡатнашыу өсөн файҙаланырға мөмкин. Был сертификаттар сират буйынса бирелә. 

Сертификат алыу мәсьәләләре буйынса берҙәм бәйләнеш үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин: 8-800-100-00-01.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда июль аҙағына тиклем 65 йәштән өлкән граждандар диспансеризация үтергә мөмкин.



Вернуться назад