Республикала ҡойма ямғыр яуыуы һәм елдең тиҙлеге секундына 26 метрға етеүе көтөлә09.07.2026

Республикала ҡойма ямғыр яуыуы һәм елдең тиҙлеге секундына 26 метрға етеүе көтөлә

Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы | архив

Бөгөн, 9 июлдә, көндөҙ республиканың ҡайһы бер райондарында хәүефле метеорологик күренештәр көтөлә.

Көслө ямғыр, көслө ҡойма ямғыр, эре боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана. Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 21-26 метрға тиклем көсәйеүе ихтимал, тип хәбәр итә Башгидромет.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп сығыуы, электр тапшырыу линияларының өҙөлөүе, шәхси йорттарҙың, социаль әһәмиәтле һәм сәнәғәт объекттарының ҡыйыҡтары емерелеүе мөмкин, тип иҫкәрттеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.



Вернуться назад