Өфөнөң ниндәй урамдарында яңы йүкә һәм саған ағастары ултыртыуҙары билдәле булды
Башҡортостандың баш ҡалаһында «Йәшел Башҡортостан» акцияһының яҙғы этабында 1590 ағас һәм 3200-ҙән ашыу ҡыуаҡ ултыртылды, тип белдерҙе баш ҡаланың Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Ришат Исмәғилев мэрияның оператив кәңәшмәһендә.
Өфөнөң Октябрь революцияһы, Аксаков, Гоголь, Ветошников, Ленин, Пушкин, Мостай Кәрим, Аксаков, Достоевский урамдарында 247 йүкә ағасы ултыртылды. Чернышевский урамының Крупская урамынан Ленин урамына тиклемге арауығын иһә 22 саған биҙәй.