Республикала балалы ғаиләләр 30 миллиард һумдан ашыу социаль ярҙам алды08.07.2026

Республикала балалы ғаиләләр 30 миллиард һумдан ашыу социаль ярҙам алды

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Йыл башынан Рәсәй Социаль фондының республика буйынса бүлексәһе балалы ғаиләләргә 30,2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 167 меңдән ашыу ғаилә төрлө пособиелар һәм түләүҙәр ала, тип хәбәр итә ведомство.

Ярҙам бала тыуғансы уҡ башлана һәм ул бәлиғ булғансы дауам итә. Буласаҡ әсәләр ауырлы ваҡыта берҙәм пособиеға иҫәп тота ала. Бала тыуғандан һуң ғаиләгә бер тапҡыр бирелә торған түләү, йәш ярымға тиклем бала тәрбиәләү буйынса пособие, килеме түбән булған ғаиләләр өсөн берҙәм пособие (17 йәшкәсә балалар өсөн), әсәлек капиталы ҡаралған. Ағымдағы йылдың тәүге ярты йыллығында әсәлек капиталы аҡсаһынан айлыҡ түләүгә 593 миллион һумдан ашыу йүнәлтелгән.

Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә балаға социаль пенсия, уны ҡарау буйынса түләүҙәр, шулай уҡ балаһын тәрбиәләү өсөн эшен ҡалдырған ата-әсәләргә пенсия гарантиялары ҡаралған.

1 июндән Рәсәйҙең Социаль фондында йыл һайын бирелә торған түләүгә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Ике һәм уна күберәк балаһы булған һәм эшләп йөрөгән ата-әсәләр түләнгән НДФЛ-дың бер өлөшөн кире ҡайтарырға мөмкин. Республикала 32 меңдән ашыу кеше ошо хоҡуҡҡа эйә булды ла инде.

Пособиеларҙың күбеһе автоматик рәүештә йәки Дәүләт хеҙмәттәре аша тәғәйенләнә. Льготалар тураһында бушлай 8-800-100-00-01 номерына шылтыратып йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында белергә мөмкин.



Вернуться назад