Бал татлы булһа ла, хеҙмәте әсе06.07.2012
Бал татлы булһа ла, хеҙмәте әсеБөгөн теге йәки был төбәктә ҡортсолоҡ менән күпләп шөғөлләнәләр йә булмаһа фәлән кеше шунса баш умарта тота, шул ҡәҙәре бал алған тип аптыратып булмай. Шуныһы һөйөнөслө: ата-бабаларыбыҙҙың боронғо кәсебе тергеҙелеп кенә ҡалмай, бөгөнгө көндә киң тарала башланы.

Элек-электән бал ҡортоноң наҙын белеүселәр һәм уны күпләп үрсетеүселәр өсөн ҡортсолоҡ — йәшәү сығанағы. Иглин районының Тау ауылында көн күреүсе Сабир Дәүләтшин шуға аныҡ бер миҫал. Әйткәндәй, бай тәжрибәле ҡортсо менән осрашҡас, ошо төбәк халҡының эшһеҙ булараҡ ни өсөн рәсми иҫәптә тормауының сәбәбенә төшөндөк тә инде.
Сабир ағай менән Роза апайҙың йорт алды баҡсаһында рәт-рәт булып теҙелгән умарталарынан бер аҙ ғына күҙ яҙлыҡтырып торған сағы ине. Был яҡта элеккесә йома көндө ҡоймаҡ ҡойоу йолаһы дауам итә икән, хужабикә өйөп ҡоймаҡ бешергән.
С. Дәүләтшин 27 йыл ҡортсолоҡ совхозында эшләгән. Заманындағы ҡеүәтле совхоз 33 умарталыҡтан торған, бал ҡорттарын өс бригада тәрбиәләгән. “Бер күсте лә әрәм-шәрәм итмәй тапшырҙыҡ”, — ти Сабир ағай. Бына хәҙер биш йыл инде нәҙекәйбилдәрҙе шәхси ихатаһында үрсетә.
Атанан күргән — уҡ юнған, тиҙәр. Ҡортсо эшенең барлыҡ нескәлектәрен биш бармағылай яҡшы белгән аталарының шөғөлөн балалары ла үҙ иткән. Әле Ринат улдары ла умарталыҡта эшләй, ҡыҙҙары менән кейәүе лә — ҡортсо.
“Бал ҡорттарын бәләкәй баланы ҡараған кеүек тәрбиәләйбеҙ, шунһыҙ үрсетеп һәм мул бал алып булмай. Инә ҡортҡа айырыуса ҙур иғтибар кәрәк. Ҡайһы берәүҙәргә ҡортсолоҡ менән йәй генә шөғөлләнәләр кеүек тойолалыр, әммә был хата фекер. Ҡышын да даими күҙәтеп, ашарына ҡуйып тораһың. Ә күс айырған саҡта эргәләренән бер минутҡа ла китә алмайһың. Бал татлы булһа ла, хеҙмәте әсе уның. Мәшәҡәте ифрат күп, мәҫәлән, яҙ икенсе умартаға күсерәбеҙ, хәлһеҙләнгәндәрен айырым тәрбиәләйһең. Ҡул көсө лә күп талап ителә. Өйрәнелгән шөғөл булғас, айырылғы килмәй. Мал-тыуар аҫрап һәм бал ҡорто үрсетеп көн итәбеҙ”, — ти Сабир ағайҙың төп ярҙамсыһы Роза апай.
— Йыл төрлөсә килә, шуға күрә һәр саҡ балды мул алыуға өмөт итмәйһең. Ҡорттарҙы сирҙән дә һаҡларға кәрәк, бер йылды бөтөнләй үлеп бөттөләр, башҡа яҡтарҙан һатып алдыҡ, — тип бал ҡортоноң наҙлы йән эйәһе икәнлеген еткерҙе Сабир ағай.
Дәүләтшиндар йүкә балы һәм яңы ғына ҡойолған ҡоймаҡ менән сәй эскәндә мәшһүр халыҡ йырсыһы Мәғәфүр Хисмәтуллин башҡарған йырҙың түбәндәге юлдары иҫкә төштө.
“...Грузинский сәй сәйнүктә,
Өҫтәлдә башҡорт балы,
Ҡаршыңда йәнең һөйгәне
Башҡа ни кәрәк тағы?!”
Нәҡ уларға бағышланған тиерһең! Сабир ағай менән Роза апай иңгә-иң терәп 39 йыл ғүмер юлын бергә үтә. Хужабикә 35 йыл ҡәйнәһе менән дә татыу йәшәгән, хәҙер ул мәрхүмә инде. “Шөкөр, ағайығыҙ менән ғаилә йөгөн тигеҙ тартып, өс бала тәрбиәләнек. Хәҙер ул-ҡыҙҙарыбыҙ өсөн ҡыуанып, ейән-ейәнсәребеҙгә һөйөнөп, етеш донъя көтәбеҙ”, — ти Роза апай.
Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА
Иглин районы,
Тау ауылы.


Вернуться назад