Икенсе мауыҡтырғыс трактор-шоуҙа Башҡортостандың 45 тракторсыһы ҡатнаша, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
2026 йылдың 9 июленән 11-нә тиклем Өфө районының Ягодная Поляна ауылы янындағы Башҡорт дәүләт аграр университетының уҡытыу-фәнни үҙәгенең тәжрибә баҫыуҙарында «Баҫыу көнө-2026» һәм трактор-шоу ойошторола.
«Конкурста республиканың 45 районынан механизаторҙар ҡатнашырға әҙерләнә», – тип белдерҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.
«Баҫыу көнө-2026» форумында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Был форум асыҡ һауалағы майҙансыҡта республикала урып йыйыу эштәре башланыр алдынан үткәрелә.