Башҡортостанда был аҙнала эҫе көндәр ямғырҙар менән алмашына07.07.2026

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала ямғыр яуыуы һәм һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Шишәмбе, 7 июлдә, көндөҙ һауа +26, +29 градусҡаса йылына. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан, йәшен ваҡытында көсәйеүсән.

Шаршамбы, 8 июлдә, көн болотло һәм һалҡынса була. Иртән +20 градус, көндөҙ температура +25, +29 градусҡа тиклем күтәрелә. Төндә +19 градус булыуы көтөлә. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе фаразлана.  

Кесаҙна, 9 июлдә, көндөҙгө сәғәттәрҙә +24, +27 градус, төндә +14, +19 градус.



Вернуться назад