Октябрьский ҡалаһында дауыл эҙемтәләре бөтөрөлә07.07.2026

Октябрьский ҡалаһында дауыл эҙемтәләре бөтөрөлә

Фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы | Мах

Октябрьскийҙа төнгө дауыл эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш алып барыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған төндә ҡалала йәшенләп көслө ямғыр яуған, дауыл булған. Ағастар ауған, нефть колледжының ҡыйығы емерелгән.

Мулла, Нарыш, Зәйет райондары, шулай уҡ Төньяҡ һәм Кувыкин урамдары утһыҙ ҡалған, тип хәбәр итте ҡала хакимиәте башлығы Алексей Пальчинский.

Электр уты булмағас, ҡаланың 12 юл сатында светофорҙар эшләмәй.

Авария бригадалары электр тәьминәтен тергеҙеү менән шөғөлләнә. Юл хеҙмәттәре йығылған ағастарҙы йыйған, автомобиль хәрәкәте асылған, йәмәғәт транспорты эшләй.

«Хөрмәтле октябрьскийҙар! Бөтә оператив хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Түҙемлерәк булыуығыҙҙы һорайбыҙ, еормаль йәшәү эшмәкәрлеген тергеҙеү өсөн бер ни тиклем ваҡыт талап ителә», — тиелә мэрияның халыҡҡа рәсми мөрәжәғәтендә.



Вернуться назад