Башҡортостандың ике районында яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде06.07.2026

Башҡортостандың ике районында яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде

Фото: оператив кәңәшмә | трансляция

Башҡортостандың бер нисә муниципалитетында район хакимиәте башлыҡтары алмашынды. Республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов яңы кадрҙар тәғәйенләү тураһында белдерҙе.

Бишбүләк районында муниципалитет хакимиәте башлығы итеп Александр Семёнов тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Бишбүләк районы хакимиәте башлығының иҡтисад, инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй ине.

Хәйбулла районында район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илмир Ҡотоевҡа ышаныс күрһәтелде.  

Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән Искәндәр Юлдашев республиканың Силәбе өлкәһендәге вәкиле итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Өфө районы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы белгесе булып эшләне.



Вернуться назад