Өфө аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға сикләүҙәр индерелде

БПЛА хәүефе янауы сәбәпле «Өфө» халыҡ-ара аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға сикләүҙәр индерелде. Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр.
Сикләү осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бөгөн иртән Башҡортостан биләмәһендә «Пилотһыҙ хәүеф» режимы иғлан ителде.