Уф, бешерә бит, бешерә. Ҡайҙа ҡасырға был эҫенән? Исмаһам, еле булһасы. Шулай ай буйы ҡыҙҙырырмы икән ни? Һауа торошо һәр кемде, бигерәк тә ауыл ерендә йәшәүселәрҙе ҡыҙыҡһындыра, сөнки йәшелсә үҫтерергә, малыңа бесән әҙерләргә кәрәк, янғын хәүефһеҙлеген дә иҫтән сығарырға ярамай. Ә синоптиктар беҙгә нимә вәғәҙә итә һуң?
Июль, август һәм сентябрҙә Башҡортостанда эҫе буласаҡ. Был турала гидрометеоүҙәк етәксеһе Анна Козаева матбуғат конференцияһында хәбәр итте. Уның һүҙҙәре буйынса, июлдә температура юғарыраҡ буласаҡ, көслө ел менән ҡойма ямғырҙар ҙа көтөлә. Алдағы ял көндәрендә температура биш-алты градусҡа түбәнәйәсәк. Төндәрен термометр 12-15 градусты күрһәтәсәк. Ә инде киләһе дүшәмбенән тағы эҫе көндәр башлана. Июлдең өсөнсө декадаһы ла йылы торасаҡ.
– Яҡынса билдәләүҙәр буйынса, август һәм сентябрҙә һауа торошонда ҙур айырма булмаясаҡ. Яуым-төшөм бик көтөлмәй, әммә ҡояш ҡайнарлығын йәлләмәйәсәк, – тине баш синоптик Анна Козаева.
Дөйөм алғанда, йылдың ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре өсөн сағыштырмаса уңайлы булыуын билдәләне ул. Хәйер, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында быйыл да бер аҙ ҡоролоҡ күҙәтелә. Шулай уҡ йылғасылар менән энергетиктарҙың да һауа торошона бәйле проблемалары бар икән. Был һуңғы ике йылда ҡыш та, йәй ҙә яуым-төшөмдөң аҙ булыуы һөҙөмтәһендә һыу кимәленең кәмеүе сәбәпле барлыҡҡа килгән. Хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрһен өсөн алдағы йылдарҙың ямғырлы килеүе кәрәк. Климаттың йылыныуы ла хәүефкә һала. Бер нисә йылда уртаса температура 0,6 градусҡа күтәрелгән. Белгестәр билдәләүенсә, әгәр был күрһәткес 3 градусҡа етһә, ғәрәсәт (катаклизм) башланыуы ихтимал. Бөгөн үк аномаль эҫелекте күҙәтәбеҙ түгелме?
Ф. ҒАФАРОВ.