Белоретта Елисеевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған03.07.2026

Белоретта Елисеевтар ғаиләһендә унынсы бала тыуған

Фото: «Башинформ» | архив

Белоретта Елисеевтар ғаиләһендә унынсы сабый донъяға килгән. Матур датала – 26.06.26 Сергей менән Олесяның ҡыҙҙары тыуған. Уға Лиана тип исем ҡушҡандар. Әйткәндәй, уларҙың өлкән улдарына әле 25 йәш. Быйыл Елисеевтар Рәсәйҙең юғары дәүләт наградаһы – «Ата-әсәлек даны» ордены менән бүләкләнде, ул ғаилә институтын нығытыуҙа һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла, тип хәбәр итте Юстиция буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.



Вернуться назад