Бәлә аяҡ аҫтында06.07.2012
Әммә уның осоп килеүе лә бар икән...

Матур, ҡояшлы таң тыуҙы. Яҡты уйҙар, аҡ хыялдар менән яңы көнгә аяҡ баҫтыҡ. Байрам булғас, кәйеф күтәренке, күңел шат. Әммә ошо көн беҙгә бәлә алып килер тип кем уйлаған...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе ун йәшлек Алина менән һигеҙ йәшлек Юлиә исемле ейәнсәрҙәрем ҡунаҡҡа килгәйне. Үҙҙәре лә үтенеп һорағас, барлыҡ мәшәҡәттәремде ситкә ҡуйып, ҡыҙҙарҙы еләккә алып бармаҡсы булдым. Әллә ҡайҙа алыҫҡа ла китергә түгел, ауыл эргәһендәге шишмә башында еләклек бар, шунда юл тоттоҡ. Балалар шат. Шаяра-шаяра еләк йыялар.
Бер мәл, һыуһап киткәндәрҙер, шишмә буйына төштөләр. Ҡапыл уларҙың ҡурҡышып ҡысҡырғанына һиҫкәнеп киттем. Ҡыҙҙарым ҡулдарын болғап, ҡысҡыра-ҡысҡыра миңә табан йүгерә, ә уларҙы ҡорт күсе һырып алған. Йөҙҙәре күренмәй ҙә тиерлек. Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай торҙом. Ни эшләргә белмәй баҙап ҡалдым. Ул арала ҡыҙҙар килеп етте. Ҡорттар мине лә һырып алды. Ейәнсәрҙәремде етәкләп ауылға табан йүгерҙем. Ауыл ситендә генә Фәриҙә менән Рәмил Бохаровтарҙың йорто. Уларға барып индек. Беҙгә эйәреп килгән күс өйгә тулды. Күрше бүлмәнән сыҡҡан хужалар эштең ниҙәлеген аңлап алды һәм шунда уҡ ярҙамға ташланды.
Ҡалғаны төш һымаҡ ҡына хәтерҙә. Бер нисә тапҡыр иҫте юғалтҡанмын. Рәмил Зәкәриә улы менән Фәриҙә Тимерғәле ҡыҙы күсте беҙҙән айырып алды. Тиҙ арала ауыл фельдшеры Зөлфиә Солтанова килеп етеп, беренсе ярҙам күрһәтте. Нисек иҫән ҡалғанбыҙҙыр, белмәйем. Һәр беребеҙҙе 100-ләгән ҡорт һырығайны. Тәүге ярҙам күрһәтелгәс, Рәмил Зәкәриә улы беҙҙе район дауаханаһына алып китте. Бындағы медицина хеҙмәткәрҙәре лә йүгереп йөрөп ашығыс сара күрҙе. Шул хәтлем ҡорт сағып та иҫән ҡалыуыбыҙҙа уларҙың да ярҙамы ҙур. Беҙҙе үлемдән алып ҡалғандары өсөн тәү сиратта Рәмил Зәкәриә улына һәм Фәриҙә Тимерғәле ҡыҙына, ауылыбыҙ фельдшеры Зөлфиә Солтановаға, район дауаханаһының балалар һәм терапия бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ ауылдашым Гөлнара Маннановаға йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәтемде еткерәм. Уларға эштәрендә уңыштар, бәхетле ғүмер теләйем. Бәлә-ҡаза һеҙҙе урап үтһен!
Ғәлиә БӘШИРОВА,
уҡытыусы-ветеран.
Ғафури районы,
Үтәк ауылы.


Вернуться назад