Башҡортостанда 29° тиклем йылыта02.07.2026

Синоптиктар алдағы өс көнгә һауа торошо хаҡында хәбәр итте.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе көтөлә. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +21, +26°.

Йома, 3 июлдә, Башҡортостанда яуым-төшөмһөҙ, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +11, +16°, көндөҙ +22, +27°.

Шәмбе, 4 июлдә, йәнә яуым-төшөмһөҙ. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә +11, +16°, днем +24, +29°.

Бынан алдараҡ Рәсәй Гидрометүҙәге Башҡортостанда июлгә һауа торошон фаразланы.



Вернуться назад