Республикала пилотһыҙ хәүеф режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостан биләмәһендә индерелгән «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды. Был хаҡта Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.
«Шулай уҡ Өфө аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм сығарыуға ваҡытлыса сикләүҙәр алынды», — тип билдәләнә ҡотҡарыусыларҙың белдереүендә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, бөгөн иртән Башҡортостан биләмәһендә «Пилотһыҙ хәүеф» режимы иғлан ителгәйне.