Башҡортостанда «батша игеҙәктәре» тыуған01.07.2026

Башҡортостанда «батша игеҙәктәре» тыуған

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Нефтекаманан Татьяна һәм Вил Абраровтар ғаиләһендә «батша игеҙәктәре» тыуған. Сабыйҙар 20 июндә донъяға килгән. Йәш ата-әсә улына – Лев, ә ҡыҙына Николь тип исем ҡушҡан.

Абраровтар балаларының тәүге документтарын алыу өсөн урындағы ЗАГС-ҡа бергәләп килгән. Шулай уҡ ҡыуаныслы тантананан сабыйҙарҙың ҡарт өләсәһе лә ситтә ҡалмаған, тип хәбәр итте Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡыҙ менән малай бергә тыуған осраҡты «батша игеҙәктәре» тип атап йөрөтәләр.



Вернуться назад