Баш ҡалала аэропортында 20-нән ашыу рейс тотҡарлана

Һауа киңлеген файҙаланыуҙы сикләүгә бәйле «Өфө» аэропортында рейстар тотҡарлана, тип иҫкәрттеләр баш ҡала аэропортында.
Онлайн-таблоның актуаль мәғлүмәттәре буйынса, 26 авиарейс тотҡарлана.
Бөгөн Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде, ә Өфө аэропортында «Ковер» планы индерелде.