Стажерҙан алып профессионалға тиклем: Өфөлә табиптар өсөн остазлыҡ нисек тергеҙелә30.06.2026

Республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәге – остазлыҡ кеүек мөһим һәм кәрәкле йүнәлеште ғәмәлгә индергән медицина ойошмаларының береһе.

Фото: матбуғат хеҙмәте | Республиканың СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәге
Айгөл Хәйертдинова Фото: матбуғат хеҙмәте | Республиканың СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәге

«Медицина өлкәһендә остазлыҡ – тәү сиратта тәжрибә тапшырыу, тәжрибәле табип етәкселегендә йәш белгестәрҙең һөнәргә яраҡлашыуы ул. Икенсе төрлө әйткәндә, был йәш табиптарға ярҙам итеү системаһы булып тора, тәжрибәле коллегаларыбыҙ уларға яраҡлашырға, оҫталыҡты үҙләштерергә һәм һөнәргә ышаныслы инергә ярҙам итә. Маҡсат – теорияны тапшырыу ғына түгел, ә карьераны башлағанда «хәүефһеҙлек мендәрен» булдырыу», — тип асыҡлыҡ индерҙе «Башинформ» хәбәрсеһе менән һөйләшеүҙә остаз, СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең ойоштороу-методика бүлеге мөдире, табип-эпидемиолог Айгөл Хәйертдинова.

Бөгөн республиканың СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәгендә ике остаз – ойоштороу-методика бүлеге мөдире Айгөл Хәйертдинова һәм эпидемиология бүлеге мөдире Лилиә Ғүмәрова.

Уларҙың ҡарамағында – ойоштороу-методика бүлегенең стажер табибы Зилә Зиннәтуллина һәм эпидемиология бүлегенең стажер табибы Лилиә Хәбибуллина. 2024 йылдың сентябрендә улар урта медицина персоналы сифатында эшкә алынды. Ординатураның икенсе йылынан стажер табип итеп ҡабул ителде. Икеһенә лә медицина документацияһы, мәғлүмәт системалары менән эшләргә, пациенттар һәм коллегалары менән аралашырға өйрәнергә, шулай уҡ ярҙам күрһәтеү стандарттарын тиҙерәк үҙләштерергә һәм, әлбиттә, хаталар хәүефен кәметергә ярҙам итергә кәрәк ине.

Фото: архив | Башинформ
Лилиә Ғүмәрова Фото: матбуғат хеҙмәте | Республиканың СПИД-ҡа ҡаршы көрәш үҙәге

«Остазлыҡ – эмоциональ яҡтан да ярҙам, ә был бик мөһим. Кураторың булһа, коллективҡа яраҡлашыуы, эштә күпкә еңелерәк, — тип иҫәпләй остаз Лилиә Ғүмәрова. — Остазлыҡтың уҡытыу икәнен дә онотмайыҡ. Беҙгә университеттан студент килә икән, ул барыһын да белә кеүек. Теорияны белә, улар практика ла үтә, ләкин пациенттар менән аралашырға (тап эпидемиологик күҙлектән) бер ҡайҙа ла тиерлек өйрәтмәйҙәр. Айырыуса беҙҙәге кеүек ВИЧ-статуслы пациенттар менән аралашыу хаҡында һөйләгәндә. Уларға айырым ҡараш, проблемаларын хәл итә белергә кәрәк. Был еңел түгел, өйрәтеү, ваҡыт талап ителә, һәм беҙҙең бурыс – йәш табипҡа мөмкин тиклем ярҙам итеү».

Республиканың СПИД-ҡа һәм йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы көрәш үҙәгендә остазлыҡ ярты йыл самаһы элек индерелә башлаған. Бындай эштән тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар.

«Һөҙөмтәләр бар, улар күҙгә күренеп тора. Стажер табип теге йәки был осорҙа үҙләштерергә тейешле уҡытыу планын төҙөнөк. Остаз уға ниндәйҙер эш бирһә, ул уның үтәлешен контролдә тота. Билдәләп үтәм: йәш белгестең эше контролгә алына. Шул рәүешле эштең хаталы башҡарылғанмы-юҡмы икәнен күреп була. Стажер киләсәктә хаталарға юл ҡуймаһын өсөн башланғыс этаптарҙа уҡ төрлө хаталарҙы иҫкәртергә, уларҙы бөтөрөргә була. Өҫтәүенә ул остазға һәр ваҡыт ярҙам, кәңәш һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был бик уңайлы. Остаз менән потенциал тиҙерәк асыла. Шуға күрә буласаҡ табиптың формалашыуында остаздың роле ғәйәт ҙур, — тип белдерҙе Айгөл Хәйертдинова. — Остазлыҡ - ул үҙең өйрәткән кеше өсөн ҙур яуаплылыҡ та. Сөнки беҙ уға артабан үҙаллы эшләһен өсөн кәрәкле белем, тәжрибә бирә алабыҙмы-юҡмы – бары тик үҙебеҙҙән тора».

Остаздың үҙенә талаптарға килгәндә, уларҙың иң мөһиме – ул ошо ойошмала һөнәре буйынса кәмендә биш ай эшләргә тейеш.

Остазлыҡтың төп һөҙөмтәһе – кәмендә ярты йылдан һуң стажер өсөн махсус аттестация йәки эске имтихан. Әлегә бер кем дә аныҡ ваҡыт билдәләмәгән. Шулай ҙа һәр стажерҙы йомғаҡлау имтиханы, медицина ойошмаһы етәксеһе рәйеслегендәге эксперттар комиссияһы ултырышы көтә. Комиссия ҡарары буйынса ғына йәш белгестәр үҙаллы эшкә тотона ала.

«Медицина юғары уҡыу йортон тамамлаусыларға бер генә теләк бар – бюджет ойошмаларына эшкә урынлашырға ҡурҡмағыҙ. Күптәр ҡурҡа: эшкә килербеҙ, ә беҙгә ярҙам итеүсе булмаҫ тип уйлай. Был улай түгел. Хәҙер остазлыҡ тәжрибәһен киң таратыуға бәйле илдең бөтә медицина ойошмаларында һөнәргә яраҡлашыу күпкә еңелерәк буласаҡ», — тип йомғаҡ яһаны остаздар Айгөл Хәйертдинова һәм Лилиә Ғүмәрова.



Вернуться назад