Республиканың Сәнәғәт министрлығы дәүләт органдары өсөн генә яғыулыҡ һатыу тураһында фейкты кире ҡаҡты

Социаль селтәрҙәрҙә таралған Башҡортостанда яғыулыҡты дәүләт һәм ашығыс хеҙмәттәрҙең транспорты өсөн генә алырға мөмкин тигән мәғлүмәт дөрөҫлөккә тап килмәй. БСТ каналының махсус брифингы тура эфирында республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев ошо турала һөйләне.
«Был имеш-мимештәр ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Бөгөн алыҫ райондарҙа ашығыс хеҙмәттәр өсөн яғыулыҡ резервын тотабыҙ, әммә был кәрәк булған өсөн генә. Ләкин беҙ дәүләт структураларын ғына бензин менән тәьмин итәбеҙ тигән нәмә юҡ», — тип билдәләне Шельдяев.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, килеп тыуған хәлдә идара итеү командаһының төп бурысы – логистиканы яйға һалыу, яғыулыҡ баҙарын тулыландырыу һәм ығы-зығыны туҡтатыу, тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.