Ете тарафтан ете хәбәр06.07.2012
Яңы почта бинаһы

Өфө районының Чесноковка ауылында яңы почта бүлексәһенә нигеҙ һалынды.
Әле 4 мең самаһы кешене хеҙмәтләндергән бүлексә иҫке баракта урынлашҡан һәм 10 квадрат метр самаһы майҙанды биләй. Яңы бинаның майҙаны 160 квадрат метр тәшкил итәсәк. Бында клиенттар барлыҡ элемтә хеҙмәттәре менән файҙалана аласаҡ. Төҙөлөш быйыл көҙ тамамланыр тип көтөлә.
“Өфө үҙәндәре”.


Дауыл ҡоторҙо

Ҡаланың Киров урамындағы 8-се мәктәптең ҡыйығын ел осорҙо, йәшен һуғыуҙан шәхси йорт янып китте, ағастарҙы шырпы һымаҡ һындырҙы.
Ел секундына 24 метр тиҙлектә иҫкән, боҙ ҡатыш ҡойма ямғыр яуған. Боҙ борсағының ҙурлығы 25 миллиметр тәшкил иткән. Ул автомобиль һәм йорт тәҙрәләрен ватҡан. Дауыл Туймазы ҡалаһы буйлап үткән, ауылдарға теймәгән. Шәхси секторҙа 15 ерҙә электр сымы өҙөлгән. Әле ете бригада ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөү өҫтөндә эшләй.
“Туймазы хәбәрҙәре”.


Каникулда аҡса эшләп була

Ағиҙел ҡалаһының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге үткән айҙа 14 – 18 йәшлек 230 үҫмерҙе эш менән тәьмин иткән.
Был мөмкинлек аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бирелгән. Үҫмерҙәр ун көн икешәр сәғәт эшләгән. Был “десант” уҡыу йорттары һәм ҡала биләмәһен сүп-сарҙан таҙалаған, китапхананы яңы бинаға күсереүҙә ярҙам иткән. Бер аҙна өсөн бер кешегә 722 һум эш хаҡы түләнгән.
“Ағиҙел уттары”.


Афарин, Муса ағай!

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы башланғысы менән оло йәштәгеләр араһында “Мин тормошто яратам” тип аталған фестиваль үтте. Уның тәүге этабы райондарҙа, икенсеһе зоналарҙа, йомғаҡлау өлөшө баш ҡалала булды.
Өфөгә йыйылған 500-ҙән ашыу ҡатнашыусы араһынан Муса ағай Нурдәүләтовтың сығышы айырылып торҙо. Ул көслө тауышы менән тамашасыларҙы әсир итте һәм дәррәү алҡыштарға күмелде. Уның тырышлығы лайыҡлы баһаланды – беренсе урынға сыҡты.
“Таң”, Бөрйән районы.


Беҙҙекеләр – чемпион!


Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында үткән ярыштарҙа Стәрлебаш егете Раушан Ғәлиәкбәров XX Ауыл спорт уйындары программаһында полиатлон буйынса Башҡортостан чемпионы булды.
Барлыҡ һынауҙарҙы ла уңышлы үтеп, Стәрлебаш районы командаһы ярышта өсөнсө урын яуланы һәм кубок, маҡтау грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ә Раушан Ғәлиәкбәров менән Илназ Ғиниәтуллин республика йыйылма командаһы составына индерелде. Оҙаҡламай улар полиатлон буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашасаҡ.
“Стәрлебаш шишмәләре”.


Мәҙәниәт усағы эш башланы

Йылайыр районының Анновка ауылында бер нисә йыл элек янған бина урынында клуб төҙөлдө.
Ауылда 63 ихата бар, йәмғеһе 171 кеше йәшәй. Мәктәп, почта элемтәһе бүлексәһе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, урман хужалығы бүлексәһе эшләй. Яңы эш башлаған клубҡа юлдаш тәрилкәһе һәм плазмалы телевизор ҡуйылған. Әле Анновка ауылы халҡы гастролдәргә сыҡҡан артистарҙы ҡунаҡҡа көтә.
“Ауыл уттары”.


Юлсыларҙың эше ҡайнай

Юл төҙөкләндереү эшенең әле иң ҡыҙыу мәле. Федоровка юл төҙөү-ремонтлау идаралығының юлсылар бригадаһы Мәләүез – Федоровка трассаһында 1,8 километр арала асфальт һалыу менән мәшғүл.
Ә икенсе төркөм Үрге Алаштан ауылында ике урам юлын асфальт һалыуға әҙерләй. Шулай уҡ юл ситтәрендәге үләнде сабыу, ҡырсынташ түшәлгәндәрен тигеҙләү эштәре бара. Июль башынан Оло Сытырман ауылына инеү урынында яңы юл һалыу планлаштырыла.
“Ашҡаҙар таңдары”.
Лилиә НУРЕТДИНОВА әҙерләне.


Вернуться назад