Благовещендан Мальвина һәм Роберт Ҡотлояровтар ғаиләһендә ике малай тыуған.
Малайҙарға Әмир һәм Эмиль тип ҡушҡандар. Яңы тыуған сабыйҙарҙы өйҙә Дарья һәм Карина исемле апайҙары көтә. Хәҙер Ҡотлояровтар – ишле ғаилә. Ҡыуаныслы яңылыҡ менән Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле уртаҡлашты.
Яҙмыш уларҙы Благовещенда таныштыра. Роберт – Мишкә районынан, педагогия колледжында белем алған. Уның хәләл ефете Борай районында тыуып үҫкән, мәктәптән һуң Бөрөгә уҡырға киткән. Һуңынан ҡалаға күсенгән һәм шунда үҙенең яҙмышын осратҡан. Әле ғаилә башлығы арматура заводында эшләй, ә Мальвина декретҡа тиклем урындағы супермаркетта эшләгән.