Өфөлә герой-әсәнең 12-се балаһы тыуған29.06.2026

Өфөлә герой-әсәнең 12-се балаһы тыуған

Фото: архив | Башинформ

«Беҙҙә бөгөн шок-контент», – тип яҙа үҙенең телеграм-каналында билдәле Өфө гинекологы Станислав Иваха.

Уның һүҙҙәренсә, Өфө перинаталь үҙәгендә ҡатын 12-се балаһын тапҡан. Герой-әсә йәнә бер сабыйға ғүмер бүләк иткән.

Бала табыу яҡшы үткән, малай тыуған. Әсәнең хәле һәйбәт. 

Ҡатындың өлкән балаһына 19 йәш, бер ай элек ул өләсәй булырға өлгөргән.

— Күҙ алдына килтерәһегеҙме! — тип таң ҡала Станислав Иваха. — Һеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайым!

Сабый тәбиғи юл менән донъяға килгән, тип өҫтәне табип.

Күп балалы булыу - оло бәхет, тип иҫәпләй әсә. Табип ҡатынды «тағы ла килергә» саҡырҙы.



Вернуться назад