Рөстәм Шәрипов Өфөнө Рәсәйҙең иң шәп ҡалаһы тип атаны

«Бөгөн беҙ ҡала Советы ултырышында булдыҡ. Үткән осорға һығымталар яһалды. Әлбиттә, һуңғы биш йылда бик күп эштәр башҡарылды, иң тәүҙә Башҡортостан Башлығы ярҙамында башҡарылды. Республикабыҙ етәкселегенең иғтибарын тоябыҙ. Был ярҙам киләсәктә лә туҡтамаҫ, тип уйлайым», — тип билдәләне Рөстәм Шәрипов.
Мэр шулай уҡ депутат йәмәғәт башланғысында ҙур эш башҡарған депутат корпусына рәхмәтен белдерҙе.
«Хәҙерге үҫеш темпын нығытырға һәм үҫтерергә кәрәк. Беҙҙең демографик күрһәткестәр ярайһы уҡ яҡшы, юғары, Өфө үҫә. Әлбиттә, идара итеү командаһына халыҡтың теләктәрен үтәү өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк буласаҡ.
Өфө — илебеҙҙең иң яҡшы ҡалаһы, уны тағы ла яҡшыраҡ итеү өсөн, һис шикһеҙ, барыһын да эшләйәсәкбеҙ!» — тип вәғәҙә бирҙе Рөстәм Шәрипов.