Башҡортостанда канистр менән бензин һатып алыу тыйылды28.06.2026

Башҡортостанда канистр менән бензин һатып алыу тыйылды

Фото: Валерий Шахов

Башҡортостанда бензинды канистр һәм башҡа һауыттарҙа һатыу тыйылды. Был ҡарар халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм үҙ аллы нефть продукттары һаҡлаған урындарҙа янғын осраҡтарын булдырмау маҡсатында әлеге хәлде контролләү буйынса оператив штабта ҡабул ителгән. Талаптарҙың үтәлешен контролләү республика ҡала һәм район хакимиәттәренә йөкмәтелде. 

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостандың нефть эшкәртеү заводтары яғыулыҡ ҡойоу станцияларына бензин ташыуҙы 1,5 тапҡырға арттырҙы.

Бынан алда Башинформ Башҡортостанда яғыулыҡ етештереү күләме кәмемәүе хаҡында хәбәр иткәйне. БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, июндә яғыулыҡ етештереү күләме йыллыҡ план күрһәткестәре менән бер кимәлдә.



Вернуться назад