Төркиҙәр берҙәмлек күрһәтте06.07.2012
2012 йылдың 21 — 23 июнендә Өфө ҡалаһында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 80 йыллығына арналған V Бөтә Рәсәй төркиәт конференцияһы үткәрелде. Сараны ойоштороусылар — Рәсәй Фәндәр академияһы, Рәсәй гуманитар фәндәр фонды, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты.

Конференция төрлө фәнни ойошмалар, юғары гуманитар белем биреү уҡыу йорттарының, сит ил ғалимдарының иғтибарын йәлеп итте. Фәнни форумда Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы ағзалары, Рәсәй, Төркиә, Венгрия, Германия, Чехия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан ғалимдары, ТӨРКСОЙ-ҙың генераль директоры Д. Касеинов һ.б. ҡатнашты.
Конференция сиктәрендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының 80 йыллығына арналған тантаналы йыйылыш уҙғарылды. Институтты Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитов, министрлыҡтар, Рәсәй Фәндәр академияһы Президиумы, РФА Тарих-филология фәндәре бүлеге етәкселәре, Рәсәй Фәндәр академияһының төрлө институт директорҙары, Өфө ғилми үҙәге, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, муниципаль райондар, ҡала етәкселәре тәбрикләне.
Конференцияла ҡабул ителгән ҡарарҙар Урал-Алтай регионындағы төрки телле халыҡтарҙың тарихын, телен, мәҙәниәтен төрлө яҡлап өйрәнергә, мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ итер тип ышанабыҙ.
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ошо сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре, институттың башҡорт халҡын, республиканың мәғарифын, мәҙәниәтен үҫтереүҙәге мөһимлеген аңлауҙары, булышлыҡ итеүҙәре өсөн Башҡортостан Республикаһы Президентына, Хөкүмәтенә, республиканың Мәғариф, Мәҙәниәт, Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлыҡтарына, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына, З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенә, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһына, Өфө ғилми үҙәгенә, Башҡортостан Республикаһының Милли музейына, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына, Өфө дәүләт нефть техник университетына, БР Президенты эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһына, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтына, Көнсығыш иҡтисад, гуманитар фәндәр, идара итеү һәм хоҡуҡ институтына, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтына, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалына, З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһына, М.А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалына, РФА Өфө ғилми үҙәгенең Р.Г. Кузеев исемендәге этнологик тикшеренеүҙәр институтына, РФА Өфө ғилми үҙәгенең Үтә һығылмалы металдар проблемаһы институтына, РФА Өфө ғилми үҙәгенең Социаль-экономик тикшеренеүҙәр институтына, Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия фәнни-тикшеренеүҙәр үҙәгенә, “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенә, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы” дәүләт унитар предприятиеһына, БР Йәмәғәт палатаһына, Архангел, Ауырғазы, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Белорет, Бишбүләк, Благовещен, Борай, Ғафури, Дүртөйлө, Дыуан, Дәүләкән, Иглин, Ишембай, Йылайыр, Йәрмәкәй, Көйөргәҙе, Краснокама, Кушнаренко, Күгәрсен, Ҡалтасы, Мәләүез, Мәсетле, Өфө, Саҡмағош, Стәрлебаш, Хәйбулла, Шаран, Әбйәлил, Яңауыл муниципаль райондары хакимиәттәренә оло рәхмәтен белдерә.
Институт ошо сараны үткәреүҙә ҙур матди ярҙам күрһәткән бағыусыларға — “Ете тау” “Үткәргес торбаларҙы таҙартыу һәм диагностикалау үҙәге” ЯСЙ (Ҡ.Ә. Фазлетдинов) һәм “Востокнефтезаводмонтаж” акционерҙар компанияһы” ААЙ (Х.А. Бикмөхәмәтов) — рәхмәтен белдерә.
Шулай уҡ оло рәхмәтебеҙҙе беҙҙең турала матур һүҙҙәр яҙған республиканың барлыҡ мәғлүмәт сараларына еткерәбеҙ.
Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор.


Вернуться назад