Өфөнән бер төркөм пенсионерҙар Минскиға сәйәхәткә юлланды

Быйылғы «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проектының тәүге төркөмө Беларусь республикаһында ял итә. БР туризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге составҡа Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Күмертау ҡалаларынан, шулай уҡ Өфө һәм Ишембай райондарынан 44 кеше инә. Иң оло ҡатнашыусыға 87 йәш.
Һигеҙ көн дауам иткән «Беларусь аҙналығы» социаль программаһы 2023 йылда булдырылған, унда 55 йәштән өлкән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Тур хаҡының бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан субсидиялана.