«Өфө» аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм осороуға ваҡытлыса сикләү индерелде25.06.2026

«Өфө» аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм осороуға ваҡытлыса сикләү индерелде

Фото: «Башинформ» / архив

БПЛА хәүефе арҡаһында «Өфө» халыҡ-ара аэропортында самолеттарҙы ҡабул итеүгә һәм осороуға сикләүҙәр индерелде. Был хаҡта БР-ҙың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр.

Сикләүҙәр осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк.

Росавиация хәбәр итеүенсә, Өфөнән тыш, ошондай уҡ Бөгөлмә, Ҡазан, Түбәнге Кама, Оренбург, Геленджик ҡалаларында индерелде.

Башинформ хәбәр итеүенсә, бөгөн иртән Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф иғлан ителде.

БПЛА һөжүме ваҡытында үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген бында уҡырға мөмкин.



Вернуться назад