Башҡортостандан Мөхәмәтйәновтар ғаиләһендә һигеҙенсе сабый тыуған23.06.2026

Ишле ғаиләлә ҡыҙ бала донъяға килгән.

Фото: Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты

Баймаҡ ҡалаһында шатлыҡлы ваҡиға булған: Елена Сергеевна һәм Иштуған Рафаил улы Мөхәмәтйәновтарҙың ғаиләһендә һигеҙенсе сабый донъяға килгән. Күп балалы ат-әсә ҡыҙҙарына Рианна тип исем биргән. Ҡыҙ 9 июндә Өфөлә тыуған, тип хәбәр иттеләр БР-ҙың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы буйынса ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре бәхетле атайҙы ҡотлап, уға яңы тыуған сабыйҙың тәүге рәсми документын — тыуыу тураһында таныҡлығын тапшырған.

Мөхәмәтйәновтар ғаиләһе — ҙур һәм татыу ғаиләнең матур өлгөһө. Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында уларҙың һигеҙенсе сабыйҙары айырыуса тәрән мәғәнәгә эйә, тип билдәләнеләр ведомствола.

Быға тиклем «Башинформ» агентлығы Ғафури районынан Йәрмиевтар ғаиләһендә дүртенсе бала тыуыуы тураһында хәбәр иткәйне.



Вернуться назад