Ғафуриҙа Әхмәтовтар ғаиләһендә алтынсы сабый донъяға килгән

Ғафури районында Динара Миҙхәт ҡыҙы һәм Рәдиф Айрат улы Әхмәтовтар ғаиләһендә ҡыуаныслы ваҡиға: уларҙың улдары тыуған. Уға Имран тигән матур исем һайлағандар. Өйҙә ағайҙары Рамаҙан, Данияр, апайҙары Нурия, Дания һәм Адель ҡустыларын түҙемһеҙләнеп көткән.
Район ЗАГС-ында тантаналы шарттарҙа ата-әсәгә баланың тәүге документы тапшырылды, тип хәбәр итте Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе Владимир Спеле.
Яңыраҡ Белоретта Гүзәл һәм Русим Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булды.