Өфөлә Йәштәр көнөнөң махсус ҡунаҡтары билдәле булды19.06.2026

27 июндә Өфөлә Йәштәр көнө билдәләнә. Байрам «Торатау» конгресс-холы яғындараҡ Ағиҙел яры буйында ойошторола, тип хәбәр итте Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров.

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ

Был көндә интерактивтар, уйын киңлектәре, автотауыш буйынса чемпионат, тиҙ осрашыуҙар урыны, йәштәр маркеты, махсус хәрби операция трофейҙары күргәҙмәһе ойошторола. Байрам сағыу дискотека менән тамамлана. Махсус ҡунаҡтар – Кравц, Марат Яруллин, Фогель һәм Бэби Ти.

Инеү ирекле, көндөҙгө сәғәт 3-тә башлана.

12+



Вернуться назад