Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә19.06.2026

Республикала ял көндәрендә бер аҙ ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе көтөлә

Фото: Ксения Калинина | «Башинформ»

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын, йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы +23, +28°.

Шәмбе, 20 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә +10, +15°, көндөҙ +23, +28°.

Йәкшәмбе, 21 июндә, төндә урыны менән, көндөҙ республикала йәшенләп ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан талғын, йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы +12, +17°, көндөҙ +23, +28°.



Вернуться назад