Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән аралашҡан һайын уларҙың һәр ҡайһыһының беҙгә ҡарағанда нығыраҡ ватансы булыуы, иле һәм теле яҙмышы өсөн нығыраҡ яныуына инанаһың. Ырымбур өлкәһенең Орск ҡалаһында йәшәүсе Гөлсәсәк Ҡәйепова ла — тап шундайҙарҙан. Инде 20 йылдан ашыу сит төбәктә йәшәүенә ҡарамаҫтан, ул рәхәтләнеп башҡортса һөйләшә, улай ғына ла түгел, урында башҡорт теле дәрестәре, фольклор түңәрәктәре алып бара.
Орск башҡорттары ҡоролтайы 2002 йылда булдырылһа, Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы тәүге көндәрҙә уның рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләгән, 2010 йылдан үҙе рәйес итеп тәғәйенләнгән.
— Ҡалабыҙҙа 350 мең кеше йәшәй, шуларҙың биш меңдән ашыуы — башҡорттар. Беҙ уларҙы туплау, берләштереү эшен алып барабыҙ. Туған телгә өйрәтәбеҙ, мәҙәниәт һәм тарихыбыҙҙы һаҡлау маҡсатында төрлө эштәр башҡарабыҙ, — тип башланы һүҙен Гөлсәсәк Ҡәйепова.
Орскта барлығы 11 милли-мәҙәни үҙәк бар икән. Башҡорттар йәмәғәт тормошонда үҙҙәренә лайыҡлы урын тапҡан, хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанған. Башҡорт ҡоролтайы ҡарамағында йәштәр ойошмаһы ла әүҙем эшләй. Тимәк, улар киләсәккә ҡарап йәшәй!
Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы үҙенең һәм ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге тураһында ихлас һөйләне. Ҡалала “Йондоҙлоҡ” тип аталған балалар ижады йорто бар, уларға телде өйрәтеү өсөн махсус кабинет бирелгән. Аҙнаһына 18 сәғәт уҡытыла. Дәрестәргә етенән 18 йәшкәсә өс төркөм йөрөй. Бында, тел уҡытыуҙан тыш, мәҙәниәт, тарих һәм әҙәбиәткә лә ҙур иғтибар бүленә. Шулай уҡ фольклор мөһим урын алған. Балалар йыр һәм башҡорт халыҡ бейеүҙәрен өйрәнә. Балаларҙың “Нур”, ә өлкәндәрҙең “Ләйсән” тип аталған фольклор төркөмдәре лә булдырылған. Улар ҡала һәм өлкә күләмендә уҙғарылған концерттарҙа, төрлө милли байрамдарҙа әүҙем ҡатнаша.
— Үкенескә ҡаршы, кадрҙар етешмәй. Балаларҙы өйрәтерлек кеше табыуы ауыр, айырыуса хореография аҡһай. Шулай ҙа бошоноп ултырмайбыҙ, үҙебеҙ теләһә ниндәй эшкә тотоноп, башҡарып сығабыҙ, — ти ул.
“Ләйсән” ансамбле өсөн яңыраҡ ҡына матур милли костюмдар тектереп алғандар. Унда шөғөлләнеүселәр концерттарҙа, кисәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Орскта Туған тел көнө, Халыҡтар дуҫлығы байрамы һәм башҡа барлыҡ милләт вәкилдәре ҡатнашлығындағы саралар йыш үткәрелә. Башҡорттар уларҙың һәр ҡайһыһында ҡатнаша һәм үҙҙәре тураһында оноторға бирмәйҙәр.
— Тирмә ҡуябыҙ, башҡорт аш-һыуы әҙерләйбеҙ, милли кейемдәр кейәбеҙ, үҙебеҙҙең йыр-моң яңғырай, бейеүҙәр башҡарыла. Бында барыһы ла беҙҙең кем икәнде белеп тора, — тип дауам итә әңгәмәсем.
Был эштәрҙең барыһында ла әүҙем ҡатнашыусыларҙы атап үтәйек: Ғәзим Асҡаров, Минзәлә Мурзина, Зилә Исҡужина, Найлә Ғабдуллина, Тәнзилә Ишкинина, Миңһылыу Мөфтәхова, Люция Йомаҡаева, Фәрзәнә Теләүғолова һәм башҡалар үҙәктең үҫешенә ҙур өлөш индерә икән.
Орск ҡалаһы хакимиәтенә ҙур рәхмәтле унда йәшәүсе милләттәштәребеҙ. Яңыраҡ ҡына бер мәҙәниәт һарайында башҡорттар менән татарҙарға берлектә 70 квадрат метрлыҡ яңы кабинет биргәндәр. Уға тулыһынса ремонт яһалған, әле йыһаздар менән тәьмин итеү бара.
Башҡортостан менән бәйләнеш бер ҡасан да өҙөлмәй. Яҡыныраҡ урынлашҡан Хәйбулла, Ейәнсура райондары менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештәләр, бер-береһенә һабантуйҙарға һәм башҡа байрамдарға ла йөрөшәләр. Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө артистары ла йыш килеп тора.
Тик гел йырлап-бейеп кенә йәшәмәй ундағы милләттәштәребеҙ. Ауырлыҡтарһыҙ ҙа булмай. Телде уҡытыуҙа ла кәртәләр осрай. Ата-әсәләр башҡорт булһа ла, күпселеге урыҫ мөхитендә үҫкәнгә башҡортса бик белмәй, Гөлсәсәк Ҡәйеповаға уларҙы яңынан уҡытырға тура килә.
— Балалар тел менән ни эшләптер өлкәнәйә башлағас ҡына ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Егерме йәштән үткәндәр уҡырға теләк белдерә, ә бәләкәсерәктәрҙең күберәк йыр-моң һәм бейеүҙәр өйрәнгеһе килә. Һәр кемдең зауығына тура килтереп уҡытырға тырышам, һәр төркөм өсөн махсус программа төҙөлгән, — ти мөғәллимә.
Гөлсәсәк апай беҙҙең редакцияға ҡыҙы Наҙгөл менән килгәйне. Ҡыҙҙың, сит өлкәлә тыуып үҫеүенә ҡарамаҫтан, саф башҡортса һөйләшеүе тағы ла шатландырҙы. Наҙгөл мәктәптә уҡыған сағында “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашып, призлы урынға лайыҡ булған икән. Әйткәндәй, Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы ире менән ике ҡыҙ, бер малай тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә, мәктәпте тамамлап, Өфө юғары уҡыу йорттарында белем ала, ә улдары әлегә ата-әсәһе янында мәктәптә. “Ул башҡорт телен бик яҡшы белә, “һатып” ебәрә хатта”, — ти әсәһе, көлөп.
Әлфиә ӘЙҮПОВА
Ырымбур өлкәһе,
Орск ҡалаһы.