Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола18.06.2026

Башҡортостанда ҡымыҙ бешеүселәр конкурсы ойошторола

Фото: «Башкорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты | Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ведомство бойороғо менән 2026 йылдың июнендә II Республика ҡымыҙ конкурсын ойоштороуҙы һәм уҙғарыуҙы раҫланы. «Башҡорт аты» фестивале барышында иң шәп ҡымыҙ бешеү оҫталары билдәләнә. Конкурста фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, ойошмалар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың һаны сикләнмәй. Улар тәбиғи ҡымыҙҙан тыш, тәмләткес ҡушылған ҡымыҙ, шулай уҡ ҡымыҙ эсемлектәре тәҡдим итә ала.

Башҡорт атын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтында белдереүҙәренсә, иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр конкурсы 24 июнгә билдәләнгән, эксперт комиссияһы Аграр университетта эшләй. Еңеүселәр 28 августа «Һөт иле» ғаилә фестивалендә тәбрикләнә. Былтырғы конкурс хаҡында бында уҡығыҙ.

Фото: «Башкорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты | Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы


Вернуться назад