Һөйәнтүҙ һәләкәте һабаҡ булһын06.07.2012
Һөйәнтүҙ һәләкәте һабаҡ булһын(“Башҡортостан”, 27 ғинуар, 2012 йыл).

“Башҡорт донъяһы” ҡушымтаһында Пермь башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов менән әңгәмәне ҡыҙыҡһынып уҡып сыҡтым. Фекерҙәшем артыуына ифрат шатмын.

“Гәйнә башҡорттарының теленә юҡҡа сығыу бәләһе янай, — тип борсола милләттәшебеҙ. — Бәлки, матбуғаттағы ҡайһы бер мәҡәләләрҙе урындағы башҡорттар диалектында сығарырға кәрәктер”. Гәйнәләр телендә айырым баҫма булдырыу фекерен дә белдерә ул. Ысынлап та, бер аҙ ситләтелһә лә, телен һаҡларға тырышҡан, рухлы милләттәштәребеҙгә бөгөндән иғтибар йүнәлтеү мөһим. Юғиһә һуңға ҡалыуыбыҙ бар.
Ғөмүмән, республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә ғүмер иткән башҡорттарҙың яҙмышы бик ҡатмарлы. Ҡанлы, тиергә лә була. Тәфтиләүҙең Һөйәнтүҙ ауылын яндырыуын халҡыбыҙ әле лә тетрәнеп иҫкә ала. Был хаҡта төшөрөлгән башҡорт фильмын күҙ йәшһеҙ ҡарап булмай. Ҙур келәткә ябып яндырылған милләттәштәребеҙ менән бергә төтөн эсендә ҡалып, тын ала алмай сәбәләндек, йөрәгебеҙ ғәҙелһеҙлектән, ирекһеҙлектән ярһыны. Яңы тыуған сабыйҙы булһа ла уттан тартып алырға уҡталдыҡ...
Яндырып та, тамырҙарыбыҙҙы көйҙөрә алманылар. Әле шул янғын урынында Солтанбәк ауылы халҡы гөрләп йәшәп ята. Өс ҡатлы заманса мәктәп һалдылар. “Башҡортостан” гәзитендә яҙыуҙарынса, был ауылдағы ҡанлы йылдарҙы хәтерләткән стеланы, һәйкәлде һәр милләттәшебеҙ килеп күрергә, киләсәктә татыу, берҙәм йәшәргә кәрәклегенә тағы ла бер инанып ҡайтырға тейеш. Мин тағы ла шуны өҫтәр инем: Солтанбәкте туристик маршрутҡа индерергә кәрәк. Мемориаль музей асҡанда һәйбәт булыр ине. Асҡындың тәбиғәте ифрат матур, унда “Танып” шифаханаһы бар. Ҡарарлыҡ, өйрәнерлек, һоҡланырлыҡ урын күп. Һәр килгән милләттәшебеҙ бындағы рухты һулап, туғанлыҡты, берҙәмлекте нығытып, тарихҡа күҙ һалып, киләсәкте яҡты итергә ҡанатланып ҡайтыр ине.
Ризуан МӨХӘМӘҘИЕВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Балаҡатай районы.


Вернуться назад