Башҡортостанда Иҙрисовтар бишенсе тапҡыр атай-әсәй булған17.06.2026

Уларҙың ғаиләһендә малай тыуған.

Фото: Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты | матбуғат хеҙмәте

Кисә Белорет ЗАГС-ында Гүзәл һәм Русим Иҙрисовтар улдарының беренсе документын алды. Улар бишенсе тапҡыр ата-әсә булыу бәхетен татыған. 5 июндә донъяға килгән малайға Камил тип исем ҡушҡандар.

Республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, өлкән балалар Әмир, Ләйсән, Сәминә һәм Рәмзәндең ҡустыһы өсөн яуаплылыҡ барлыҡҡа килде.

Бынан алда Башинформ Ғафури районы ЗАГС-ында Йәрмиевтар ғаиләһендә дүртенсе бала тыуыуын теркәүҙәре тураһында хәбәр иткәйне.



Вернуться назад