Башҡортостанда йәшенле ямғырҙар көтөлә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы +24, +29°.
Кесаҙна, 18 июндә, төндә республикала, көндөҙ урыны менән йәшенләп ямғыр яуыуы ихтимал. Ел талғын, көндөҙ йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17°, көндөҙ +21, +26°.
Йома, 19 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ йәшен йәшнәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +10, +15°, көндөҙ +23, +28°.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йылдың иң оҙон көнө көтөүе хаҡында хәбәр иткәйне.