Гәйнәләр тауҙы урап үтә06.07.2012
Гәйнәләр тауҙы урап үтә— Быуындар күсәгилешлелеге булмаһа, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү мөмкин түгел, — ти Пермь крайының Чернушка районы башҡорттары ҡоролтайына етәкселек иткән Зәүиә Махатова. — Шуға ла тәү сиратта балалар күңелендә телгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, башҡорт сәнғәтенә һәм әҙәбиәтенә һөйөү уятыу маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Был тарихты өйрәнеү, этнографик сәфәрҙәр ойоштороу, фольклор фестивалдәрендә һәм байрамдарҙа ҡатнашыу һәм башҡа саралар ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Ҡоролтай башлығының һөйләүенсә, ун йыл самаһы элек Чернушка халҡы, шул иҫәптән урындағы милләттәштәрҙең ҡайһы берҙәре лә, мәктәптә башҡортса белем биреү мәсьәләһенә һағайып ҡараған, хатта дәғүә белдереүселәр ҙә осраған. Йәнәһе, “артыҡ дәрес” бүтән фәндәрҙе өйрәнеүгә ҡамасаулай. Ләкин, нисек кенә булмаһын, әсә теле ҡалала ла, ауылдарҙа ла байтаҡ ваҡыт уҡытылып килгән һәм ыңғай һөҙөмтә бирмәй ҡалмаған. Төбәктә үҙен башҡорт тип таныусыларҙың бермә-бер артыуында асыҡ сағыла был. Ата-әсәләрҙең күпселеге хәҙер сабыйҙарының балалар баҡсаһының башҡорт төркөмөндә тәрбиәләнеүен йәки башҡорт класында белем алыуын мотлаҡ тип һанай.
Мәғариф өлкәһендәге үҙгәртеп ҡороуҙар милли йәмәғәт ойошмаһының байтаҡ ҡаҙанышын юҡҡа сығарһа ла, Чернушка башҡорттары бирешмәй, рухиәтен ҡурсаларға, оноттормаҫҡа тырыша. Был йәһәттән улар, тауҙай проблемаларға ҡаршы көрәшеп, көсөн бушҡа әрәм итмәй, ә икенсе ысулды ҡулланыу — мәҙәни эшмәкәрлекте әүҙемләштереү — иҫәбенә яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә. “Крайҙа милли үҙаңдың, мәҙәниәттең тергеҙелеү осоро башлана ғына. Уның бишектә үк быуылыуына юл ҡуймаясаҡбыҙ, — ти Зәүиә Махатова. — Бөгөн беҙҙә, бәлки, башҡортса сығыштарҙың сифаты ҡәнәғәтләнерлек түгелдер, әммә, элекке менән сағыштырғанда, үҫеш ҙур. Пермь, Көйәҙе, Уҫа, Чернушка райондарында бығаса башҡорт мәҙәниәтенең “ике аяҡҡа ла аҡһай” ине, шуға ҡарамаҫтан, ундағы халыҡты бер нисә ай эсендә күтәрә алдыҡ. Үҙенә күрә “мәҙәниәт инҡилабы” яһаныҡ: гәйнәләр әҙәби башҡорт телендә йырлай башланы”.
Ҡоролтай рәйесе бер үк ваҡытта ҡалалағы “Сулпан” башҡорт фольклор ансамбленә лә етәкселек итә. Быуат башында уҡ ошо ханымдың тырышлығы арҡаһында барлыҡҡа килгән коллективты тирә-яҡта белмәгән кеше юҡтыр. Райондың фольклор фестивалдәрендә күп тапҡыр еңеп сыҡҡан, край күләмендәге байрамдарҙа юғары баһа алған, Башҡортостан һәм Татарстан тамашасыһын һоҡландырған ансамблдә әле төрлө йәштәге 50-нән ашыу кеше шөғөлләнә.
Зәүиә Махатованың фиҙаҡәрлеге, үҙенә һәм башҡаларға талапсанлығы һөҙөмтәһендә Чернушка халҡының, бигерәк тә балаларҙың, нәҫел-нәсәбе менән ҡыҙыҡһыныуы көсәйгән, күптәр милли йолаларға йөрәкһенеп ҡарай, Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе кеүек байрамдарҙы үткәрә башлаған. Урындағы башҡорттарҙың рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында ҡоролтай Башҡортостандың “Каруанһарай”, “Далан”, “Түңгәүер” ансамблдәрен, Азат Айытҡолов, Ришат Рәхимов, Ишморат Илбәков, Тәнзилә Үҙәнбаева кеүек билдәле сәхнә оҫталарын ҡунаҡҡа йыш саҡыра, Нефтекама дәүләт филармонияһы менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Башҡорт теле буйынса факультативтарға йөрөгән иң һәләтле йәштәрҙе Башҡортостандың юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарына белем алырға ебәреүҙе лә хәстәрләй улар.
Даян МӘЖИТОВ
Пермь крайы.


Вернуться назад