Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар16.06.2026

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Фото: Лиана Вәлиуллина | «Башинформ»

16 июндә, халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевты иҫкә алыу көнөндә, район халҡы һәм ҡунаҡтар уның тыуған ауылы Тәкәйгә йыйылды. Төп саралар «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексында үтте.

Геройҙың һәйкәле янында митинг уҙҙы. Йыйылыусылар алдында «Янғантау» шифаханаһы директоры Альфред Аҡбашев, район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Юлиә Садиҡова, педагогик хеҙмәт ветераны Лена Ямалетдинова, «Салауат вариҫтары» ойошмаһы рәйесе Виктор Хәкимов, ветерандар советы рәйесе Көнһылыу Ғәлиева һәм Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Нәфисә Вәхитова сығыш яһаны. Улар тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың һәм тыуған илде яратыуҙың мөһимлеге хаҡында һөйләне.

Етенсе класс уҡыусыһы Арыҫлан Ғәйнитовтың Салауат Юлаевтың шиғырҙарын яттан һөйләүе сараға йәм өҫтәне. Шулай уҡ йыйылыусылар алдында шағир Рузит Баһауетдинов, сәсән Вадим Дәүләтшин, педагогик хеҙмәт ветераны Лена Ямалетдинова сығыш яһаны.

Сара һәйкәлгә сәскәләр һалыу менән тамамланды. Шунан һуң ҡатнашыусылар йола буйынса Салауат шишмәһенә барҙы.

Фото: Лиана Вәлиуллина | «Башинформ»


Вернуться назад