Тауыш биреү социаль селтәрҙә бара.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте министрлығы вәкилдәре социаль селтәрҙә 10 вариант араһынан республика йәштәре символы – шәмәхә төҫөндәге худи кейгән айыуға исем һайларға тәҡдим итте: Аюша, Айыуҡай, Айыу, Юл, Таян, Мишлек, Айҙар, Алтын, Умка йәки Йомай.
Тауыш биреү республиканың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабировтың сәхифәһендә бара.
Бынан алдараҡ Башинформ 2026 йылдың февралендә Башҡортостан йәштәре символының барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр иткәйне.