Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан айырырға ярҙам итә. Бөгөн Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының V медиайыйында республика хөкүмәте вице-премьеры Олег Ли ошо турала белдерҙе.
Олег Ли Башҡортостан медиаберләшмәһе вәкилдәренең иғтибарын яһалма интеллекттың мәғлүмәтте ҡабул итеүгә йоғонтоһона йүнәлтте. Бөгөн журналистика, башҡа күп тармаҡтар кеүек үк, заманса технологиялар йоғонтоһона бирелә һәм журналист һөнәренең нисек ҡоролоуы шуға бәйле, тип билдәләне ул.
«Граждандарыбыҙҙың 40% ысын яҙмаларҙы дипфейктарҙан айыра белә. Уларҙың өлөшө йылдан-йыл кәмей бара. Быға төрлө аңлатмалар бар. Технологиялар үҫешә, тәнҡитле фекерләү кимәле түбәнәйә. Бынан тыш, интернеттағы бөтә текстар ҙа тиерлек яһалма зиһен ярҙамында яҙылған. Шуға ҡарамаҫтан, яңы технологияларға ыңғай ҡарарға тейешбеҙ. Тиҙ генә текст яҙырға, интервью эшләргә мөмкин. Ләкин шуны иҫтә тоторға кәрәк: яһалма зиһен факттарҙы тикшерергә, контексты тойорға өйрәнмәгән.
Шуға бәйле беҙгә өс төп принципты тәьмин итергә кәрәк. Беренсеһе – асыҡлыҡ. Контенттың һәр ҡулланыусыһы текстың төп нөсхәме әллә юҡмы икәнен белергә тейеш. Бында ҡулланыуҙы сикләү тураһында һүҙ бармай, ә мәғлүмәтлелек кимәле хаҡында ғына.
Икенсеһе – авторлыҡты яҡлау. Һәр текст һәм мәҡәлә – журналистың күп сәғәтлек хеҙмәте, тиҫтә йылдар тәжрибәһе, белеме ул. Авторҙарға кире йоғонто яһаған тәжрибәләрҙе бөтә ысулдар менән сикләргә тейешбеҙ.
Өсөнсөһө – экспертиза. Коллегалар, һүҙ һеҙҙең экспертиза тураһында. Бөгөн мәғлүмәткә ҡытлыҡ йәки уны алыу тиҙлеге менән проблемалар юҡ. Минеңсә, беҙ мәғәнә тәрәнлегенә ҡытлыҡ кисерә башларбыҙ. Тиҙҙән анализ яһай, аңлата белгән ысын профессионалдарҙың квалификацияһы төп ҡиммәткә әүерелер тип ышанам.
Яһалма интеллект көндәлек эшегеҙҙә ярҙам итһен, ә һеҙ, коллегалар, йөкмәтке менән шөғөлләнегеҙ», – тине Олег Ли.