Сыуаш ҡыҙы башҡортса уҡыта06.07.2012
Сыуаш ҡыҙы башҡортса уҡытаБүтән халыҡтың телебеҙгә ҡарата һөйөү менән ҡарауының, ғөмүмән, хөрмәттең ни тиклем көслө булыуын Бәләбәй районына барғанда инандыҡ һәм шатлығыбыҙҙың иге-сиге булманы. Донъяға ике классикты – әҙиптәр Константин Иванов менән Яков Ухсайҙы биргән Ыҫлаҡбаш ауылы мәктәбендә сыуаш Надежда Васильева балаларҙы башҡорт теленең нескәлектәренә төшөндөрә. Хайран ҡалырлыҡ күренеш!

Ҡыҙыҡһыныуым еңде – оҙатып йөрөүсенән мөғәллимә менән таныштырыуын үтендем.
— Һаумыһығыҙ! — тип саф башҡортса өндәште Надежда Андреевна ишек төбөнә үк ҡаршы сығып һәм беҙҙе үҙенең артынан класҡа әйҙәне.
Малай һәм ҡыҙҙарҙың ҡунаҡтарҙы башҡортса сәләмләүенә бик аптыраманыҡ та. Беҙҙе айырыуса дәрестең барышы ҡыҙыҡтырҙы. Уҡыусылар "исем" темаһын үтә ине. Һәр береһенең башҡорт телендә матур итеп "әсәй", "һылыу", "күстәнәс", "өй", "ҡаҙ" тигән һүҙҙәрҙе миҫал итеп килтереүен, һөйләмдәр төҙөүен ишеттек. Ғәжәп бит!
— Ҡыҙым Өфөлә уҡыны, студент саҡта Баймаҡ, Ейәнсура һәм Әбйәлил ҡыҙҙары менән дөйөм ятаҡта бер бүлмәлә йәшәне, — тип һөйләй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Надежда Васильева. — Әхирәттәре менән башҡортса аралаша белмәүенә зарланды. Ә каникулға бер ҡайтҡанында республикабыҙҙа дәүләт статусына эйә булған телде өйрәнеүе хаҡында һөйөнсөләне. Хәҙер минең ғәзизем сыуашса ғына түгел, ә тағы бер нисә телдә һөйләшә.
Балаһының телдәрҙе өйрәнеүгә ынтылышы әсә кешегә лә йоҡҡан. Ул да башҡорт теленә иғтибар иткән. Улай ғына ла түгел, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында был тәңгәлдә өҫтәмә белем дә алған.
Надежда Андреевна "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы менән хеҙмәттәшлек итә – башҡортса яҙылған йөкмәткеле мәҡәләләре йыш баҫыла.
– Яулаған уңыштарыбыҙ ҙа бар, – ти ул. – Башҡорт теле буйынса уҙғарылған республика олимпиадаһында уҡыусым Алина Биглова еңеү яуланы. Тимәк, хеҙмәтем бушҡа китмәгән. Мәғариф министрлығынан Рәхмәт хатын алыу ҡайһылай шатлыҡлы!
Илдар АҠЪЮЛОВ
Бәләбәй районы.


Вернуться назад